Әлшәй районында үткән «Ер ҡото» төбәк-ара фестивалендә халыҡ дауалаусылары кешеләрҙе ҡа... — 9 июля 2026 г. в 16:09:15.585
Әлшәй районында үткән «Ер ҡото» төбәк-ара фестивалендә халыҡ дауалаусылары кешеләрҙе ҡабул итте . Улар араһында Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһынан Шейхульислам Ульябаев та бар ине. Ул кешеләрҙе Ҡөрьән аяттары менән өшкөрөп, дауаланы. Шейхульислам ағайға сихыр, күҙ тейеүҙән, тел-теш ҡырҡтырыуҙан да кешеләр күп килә, ҡатын менән ир-ат араһындағы мөнәсәбәтте яйға һалырға, яраштырырға ла ярҙам итә. – Нисек шулай кешеләрҙе өшкөрөп, дауалай башланығыҙ? – тип һорайбыҙ унан. – Был юлға баҫыуым бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Икенсе-өсөнсө класта уҡый инем. Йоҡлап ятҡан саҡта ҡолағыма бер тауыш салынды: «Һарайҙағы тауыҡты сығармаһағыҙ, тауыҡ үлә», – ти. Тиҙ генә сыға һалып, сәй эсеп ултырға әсәйем менән өләсәйем әйтә һалдым. «Хәҙер сәй эсәбеҙ ҙә барып ҡарарбыҙ», – тиҙәр. Барып ҡараһаҡ, ысынлап та,һарайға нисектер ҡара тауыҡ ингән. Сығарып ебәрҙек. Унан бер аҙҙан тағы ла аптыратырлыҡ хәл булды. Тауҙа бесән саба инек. Күҙемә бер ап-аҡ кейемдәге бабай күренде. Ул миңә Ҡөрьәнде уҡы тип, ғәрәпсә күп хәрефтәрҙе лә өйрәтте. Икенсе көнөнә әсәйемдәрҙе аптыратып: «Муллаҡай ауылындағы мулла Әнүәр олатайға барайыҡ», – тип ныҡыша башланым. Ул минән нимәгә килеүемде һорай. Үҙеңдең һәләтеңде күсер, тием. Олатай ғәрәпсә белеү-белмәүемде һорай. Беләм тигәс, яҙып күрһәтеүемде һорай. Мин ғәрәпсә яҙа башлағайным, аптырап китте. Кем өйрәтте, тип һорай. Ап-аҡ кейенгән бабай, тигәс, аптырап китте. Ғәрәпсә уҡырға өйрәт әле тигәйнем, һинең заманда мәсеттәр, мәҙрәсәләр булыр, шунда уҡырһың, тине. Унан эргәһенә ултыртып ҡуйҙы ла үҙенең усына минең усымды ҡуйып, өс тапҡыр минең яҡҡа этәрҙе. Доғалар уҡыны ла, улым, булды, тине. Шунан башланып китте өшкөрөүем, – тине Шейхульислам ағай. – Кешеләр күп мөрәжәғәт итәләрме? – Ныҡ күп. Кемдәр генә килмәй. Бер саҡ ҡыҙы әсәһе, ире менән дә килгән ине. Ире һары урыҫҡа оҡшап тора. Урыҫта ҡайҙан таптың тигәйнем, юҡ, ул Америка кешеһе, ти. Инглизсә тегене тикшереп ҡарарға булғайным, ысынлап, американ булып сыҡты. Унын ла өшкөрөп ҡайтарҙым. Сихыры булғандарҙы йомортҡа менән ҡарайым. Бер ҡатын килгән ине, ҡараным да, ҡорбан салдыр, тинем. Ә ул тыңламай, салдырмаған. Күпмелер ваҡыттан һуң, аварияға эләгеүен, ауыр хәлдә булыуын ишеттем. Ҡыҙы ярҙам итегеҙ тип, килеп етте. Төнө буйы Ҡөрьән сүрәләре уҡып сыҡтым, ярҙам итте, аяҡҡа баҫты. Шейхульислам ағай бик күп кешеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән. Уның һөйләгән һәр бер дауалау тарихын бик ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ.

