Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылының Саңғарама буйы Суриндар ырыуы вәкилдәрен ҡа... — 8 июля 2026 г. в 13:02:57.968
Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылының Саңғарама буйы Суриндар ырыуы вәкилдәрен ҡабул итте. Тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан был ырыу вәкилдәре үҙенең күплеге, шәхестәре менән дан тота. Ырыу эсендә лә бәләкәйерәк араларға бүленеп бөткән был ырыу ара-ара булып сәхнәгә күтәрелделәр һәм үҙҙәре, шәжәрәләре тураһында бәйән иттеләр. Сара милли уйындар һәм сағыу концерт номерҙары менән аралашып барҙы, һуңынан һәр ара үҙе әҙерләгән һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәр артында аяттар тыңлап, салынған ҡорбан итенән ауыҙ иттеләр, туғанлыҡ ептәрен барланылар. Сараны үткәреүҙә, ойоштороуҙа иң әүҙем ырыу вәкилдәре район, ауыл биләмәһе хакимиәттәренең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

