«Тере һыу» район конкурсы сиктәрендә Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының Рәсих Әхмәтовтың "... — 8 июля 2026 г. в 09:30:44.835
«Тере һыу» район конкурсы сиктәрендә Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының Рәсих Әхмәтовтың "Йәйләү" фазендаһында: Әхмәтов, Нарбутин, Нурбулатов, Сәлихов, Әминев, Ишкилдин, Байғәлимов, Байғужин, Юламанов, Исхаҡов, Бохарбаев, Юлдашбаев, Ҡәҙербаев, Мәрхәбаев, Нәҙербаевтар шәжәрә байрамы ойошторҙо. Йәнтеш ауылына алыҫ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтарҙан ошонда тыуып үҫкән, туған- тыумасалары, нәҫелдәре йәшәгән халыҡ йыйылды. Байрам үткәнт Һаҡмар йылға буйындағы яланға матур кейемдәрҙә йәше-ҡарты, бала- саға ағылды. Ҡаҙандар аҫып, хужабикәләр ярҙамсылары менән өҫтәлдәргә һый- ниғмәт менән тултыра, милли аш- һыуҙарҙан һығылып торған табындар әҙерләп ҡунаҡ итте. Сәхнәгә яҡын күргәҙмә ойошторолдо. Төрлө документтарға, матбуғатта баҫылған материалдарға нигеҙләнеп төҙөлгән «Шәжәрә» кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәр кем үҙенең яҡынының, танышының исемен, фоторәсемен күрергә тырышты. Шунда уҡ оҫталарҙың ҡул эштәре лә урын алған ине. Йәнтеш ауыл клубының әйҙәүсе мәҙәни ойоштороусылары Лена Фуат ҡыҙы һәм Гөлназ Әхмәтйән ҡыҙы шәжәрә байрамына уйындар уйнатты. Рәсих Әхмәт улына һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, тарихты ҡыҙыҡһынып тыңланы. Ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар, шәжәрәләре менән таныштырҙылар. Һәр нәҫел, туғандаш аралар үҙ быуындарын мөмкин тиклем тулыраҡ барлап, сағыу итеп күрһәтергә теләгән. Ҡаршы алыу, танышыуҙан һуң барыһы ла сәхнә янына йыйылды. - Байрамыбыҙ ҡотло һәм мөбәрәк булһын! Һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә үҙ тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр ул - беҙҙең кисәге көнөбөҙ. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың тормошон да сағылдырған. Тамыры - үткәнебеҙ, атай- олатайҙарыбыҙ, олоно - бөгөнгөбөҙ, тармаҡ, ботаҡ, япраҡтары - киләсәгебеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ. Үткәне булмағандың киләсәге лә юҡ, ти халыҡ. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа киләсәгебеҙҙә тарихыбыҙҙан, тамырыбыҙҙан һут ала. Шәжәрә байрамы матур ҡояшлы йәй көнөндә үткәрелеүе икеләтә ҡыуаныслы Байрамды асыу өсөн сәхнәгә Рәсих Әхмәт улы күтәрелде. Ул байрам менән ауылдаштарын ҡотланы, шәжәрә тарихына байҡау яһаны. Мәрхүм -туғандарҙы хөрмәт менән иҫкә алып үттеләр. Әхмәтовтар ғаиләһе шәжәрә байрамын ойоштороуға ла ҙур өлөш индерә, күп эш башҡара. "Еҙ төймә" гармунсылар төркөмө ҡунаҡтарҙы йырҙар йырлап, гармун менән ҡаршыланылар, матур концерт номерҙары менән сығыш яһаны, ҙур рәхмәт ир-егеттәргә. Байрам булғас, бүләктәрһеҙ булмай, бигерәк тә байрамдарҙа. Уйын-көлкө, халыҡ уйындарында ҡатнашып матур бүләктәр алып ҡыуандылар. Ә инде байрамдың төп сәбәбе - шәжәрәңде төҙөп, туғандарыңды барлап, киләсәк быуындарыңа мираҫ итеп ҡалдырыу. Шәжәрә төҙөүселәр, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалманы. Иң бай, матур нәҫел ағасы төҙөгәндәре өсөн бүләкләнделәр. - Был байрамды үткәреү бер нисә йыл элек минең планда бар ине. Шәжәрә байрамы ойошторғанлыҡ, бик яҡшы үтте. Ошо йыйынға йыйылып, ауылдаштарҙы, туғандарҙы осраштырыу - минең хыялымдың ысынбарлыҡҡа әйләнеүе. Бының өсөн бик шатмын. Быуындарын, нәҫелдәрен белмәгәндәр осрашты, танышты. Был байрамыбыҙ ҙа матур үтте, тип ҡыуаныслы хәбәрҙәр килеүе тағы ла мәртәбә өҫтәне. Ауылдаштар өсөн был бик ҙур, әһәмиәтле йыйын булды. Улар шәжәрәләрен ҡыҙыҡһынып өйрәнеп, байрамға ныҡлап әҙерләнделәр. Килеүсе арҙаҡлы ауылдаштарыбыҙға, спонсорҙарға - барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бындай байрам ойошторолоуына барыһы ла бик шат. -Алдағы көндәрҙә лә туғандар, дуҫтар осрашып торорға яҙһын! - тип таралышты ырыуҙаштар.

