Йәмле йәйҙә Йылайыр районының Ҡамышүҙәк ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте...
Йәмле йәйҙә Йылайыр районының Ҡамышүҙәк ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте. Сараға 200-ҙән ашыу кеше йыйылған. Ауылда әле 1 генә кеше йәшәй, тағы 2 кеше пропискала тора. Байрамды ойоштороуға Солтановтар ғаиләһе, атап әйткәндә, Рәмилә Үҙәнбаева, Фәйрүзә Рәжәпова, Азамат Оморҙаҡ улы һәм уның хәләл ефете Рәмзиә Ғибат ҡыҙы ҙур тырышлыҡ һәм көс һалған.