28–30 августа «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында тәүге тапҡыр Йәш башҡорт теле һәм әҙәбиәте...
28–30 августа «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында тәүге тапҡыр Йәш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары слеты үтә. Слеттың төп маҡсаты - йәш белгестәргә яңы мөмкинлектәр асыу, педагогик селтәрҙе киңәйтеү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм остаздар менән бәйләнеште нығытыу. Слетты Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге һәм Башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ассоциацияһы ойоштора.