Баймаҡ районы Байыш ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғыш осоро балалары Кәримова Фәтхиә ...
Баймаҡ районы Байыш ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғыш осоро балалары Кәримова Фәтхиә Сәхиулла ҡыҙы һәм Иблиәминева Фәриҙә Сөнғәт ҡыҙы - 90, Таштимеров Зиннур Ғатаулла улы - 80 йәшлек оло юбилейҙарын билдәләне. Уларҙы ғүмер байрамдары менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Мансур улы ҡотлап, район хакимиәте башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, «Иҫтәлек» фольклор ансамбле юбилярҙарға матур концерт номерҙары бағышланы. Ололарға алдағы көндәрендә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, иман байлығы, тик шатлыҡлы көндәр, балаларының һәм ейән - ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, ҡәҙер - хөрмәттә оҙон - оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.