«Урал батыр» ҡобайыры башҡорт халҡын туплаған, ойошторған, бөгөнгәсә йәшәткән. Дин аҙаҡ...
«Урал батыр» ҡобайыры башҡорт халҡын туплаған, ойошторған, бөгөнгәсә йәшәткән. Дин аҙаҡ ингән, халҡыбыҙҙың күбеһе ҡабул итә алмаған. Шуға тарихсылар, башҡорттар күп төрлө динле, тип яҙа. Ҡабул итә алмаған өлөшө бөгөнгәсә күңелендә башҡортлоҡто ныҡ һаҡлай, зиһен яҡтылығында ҡобайырҙы йөрөтә, рух көсөнә табына. Был милли кейемдәрҙә, аш-һыу төрҙәрендә асыҡ күренә: ғәрәпсә лә, европаса ла кейем өлгөләрен түгел, башҡорт кейем өлгөләрен һаҡлаған зиһен хәтере. Башҡортлоҡто "Урал батыр" ҡобайыры һаҡлай. Ә инде йолаларыбыҙҙың байтағы - исламдан. Ошо ике йүнәлеш нығынһа, рух көсө символы булған аҡбуҙ ат ҡанатланмаһа, (ҡобайырҙа, аҡбуҙат йөрәгебеҙ рухы, тип ҡабат-ҡабат әйтелә), беҙ йәшәрбеҙ. Ҡобайырыбыҙ - беҙҙең йәшәү тәғлимәте. Мәрйәм Бураҡаева