Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр.
Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр. 📚 Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы балалар баҡсаларының белем биреү программаһына туған телдәрҙе өйрәнеүҙе индерергә йыйыныуҙары хаҡында белдерҙе. «Беҙ яңыраҡ ҡына балалар баҡсаһында туған телдәрҙе өйрәтергә тигән ҡарарға килдек. Был турала ныҡлап уйларға кәрәк», – тигән бурыс йөкмәтте ул хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа. 📖 Әйткәндәй, ошо көндәрҙә "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы" V Бөтә Рәсәй конкурсында яулаған балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәриповаға "Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" исеме бирелде. 🫶«Ашҡаҙар - моңло радио» төркөмөнән