❤Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан 6-cы класс уҡыусыһы Жасмин Ураҡова йәй көнө ысын батырл...
❤Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан 6-cы класс уҡыусыһы Жасмин Ураҡова йәй көнө ысын батырлыҡ күрһәтә. Һаҡмар йылғаһында ял иткәндә ҡыҙ көслө ағым арҡаһында һыуҙан сыға алмаған ике оло йәштәге ҡатынды күрә. Жасмин юғалып ҡалмай, үҙенең һауаға тултырылған түңәрәген бер ҡатынға тапшыра һәм икенсеһенә ярға сығырға ярҙам итә. Ҡыҙ «Таналыҡ» бассейнында йөҙөү менән шөғөлләнә һәм тап ошо күнекмәләр уға ғүмерҙәрен ҡотҡарырға ярҙам итә. Ҡыйыулығы өсөн район хакимиәте Жасминды Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Киләсәктә Жасмин зоолог булырға хыяллана. Оло йөрәкле, ярҙамсыл, ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙ ҙур уңыштарға өлгәшер тип ышанабыҙ! 🫶Фотола: Жасмин әсәһе Гүзәл Ураҡова менән Мәғлүмәт «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите төркөмөнән