Баймаҡ ҡалаһында тыуып-үҫкән, әлеге көндә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе бизнесмен, ...
Баймаҡ ҡалаһында тыуып-үҫкән, әлеге көндә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе бизнесмен, меценат Сергей Продовиков хаҡында яҙғаныбыҙ бар. Ул февраль айында ҡала дауаханаһына юрған-түшәктәр бүләк иткәйне. Ул--Баймаҡ ҡалаһындағы 3-сө мәктәптең 1982 йылғы сығарылыш уҡыусыһы. Күптән түгел бында Сергей Продовиков менән йылы осрашыу үтте. Ул 11-се класс уҡыусылары менән аралашты. Сергей Петрович йыл һайын мәктәптең иң яҡшы уҡыусылары—отличниктар, спортсылар һәм олимпиада еңеүселәре өсөн Санкт-Петербург ҡалаһына сәйәхәт ойоштора. Быйыл был мөмкинлеккә дүрт уҡыусы лайыҡ булды. Был юлы ҡунаҡ үҙенең тыуған мәктәбенә уҡыусылар менән күңел асып һөйләшергә килде. Ул мәктәп һәм студент йылдары тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, үҙе хаҡында һөйләне һәм өлкән класс уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыу бик йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте. «Сергей Петровичҡа мәктәп тормошона индергән өлөшө һәм белем усағын онотмағаны өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм именлек теләйбеҙ. Беҙ уны һәр ваҡыт ҡыуанып көтөп ҡалабыҙ!»—ти 3-сө мәктәп уҡытыусылары.