Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов:
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов: -Ата-әсә ҡарауынан иртә йәштә мәхрүм ҡалыусыларға фатир асҡыстарын тапшырҙым. Уларҙың һәр береһе өсөн ихлас шатмын. Бөгөн дүрт йәш кеше өсөн мөһим һәм яҡты көн. Хәҙер уларҙың үҙ йорто бар, ә был иһә — киләсәккә ышаныс та күберәк тигәнде аңлата, пландар, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү мөмкинлеге лә бирә. Улар менән бергә ҡыуандым, изге теләктәремде еткерҙем һәм яңы йорттарҙа һәр ваҡыт йылы, уңайлы һәм тыныс булыуын теләйем. Йәштәр араһында ғаиләлеләр ҙә булыуы айырыуса ҡыуаныслы — улар өсөн был, әлбиттә, икеләтә шатлыҡ. Айырым рәүештә Вилдан Ағишевты билдәләп үткем килә — ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, намыҫ менән хәрби бурысын үтәгән һәм илебеҙҙе ҡаһармандарса яҡлаған егет. Бындай егеттәр ҙур хөрмәт уята. Ауыр ваҡытта дәүләт үҙенең бурыстарын үтәүе һәм кешеләргә ярҙам итеүе айырыуса мөһим. Беҙ артабан да был эште дауам итәсәкбеҙ. Тағы ла бер тапҡыр фатир алыусыларҙы ҡотлайым һәм ысын күңелдән уларға һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем. Яңы йорттарҙа һәр ваҡыт йылы, шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф хакимлыҡ итһен!