"Ынйыный булғансы уҡы..."
"Ынйыный булғансы уҡы..." Үҫмер, йәшлек йылдары 30-50-се йылдарға тура килгән ололарҙың телендә ошо һүҙбәйләнеш була торғайны: "Атайым мине ете йыллыҡ мәктәпкә йә ниндәйҙер һөнәргә өйрәтә торған уҡыу йортона алып барып ҡалдырҙы ла:"Ынйыный булғансы уҡы, ҡайтып килмә, ауыҙыңды йырырмын, ҡара уны",— тип әйтеп ҡалдырып китте..." "Ынйыный" тигәнде ниндәйҙер боронғо һүҙҙер тип уйлай торғайным. Бөгөн иҫкә төштө: 1979 йылда атайым мине Өфөгә алып барып, ауыл хужалығы институтының механика факультетына рабфакҡа уҡырға ҡалдырҙы ла:"Уҡып бөтөп, колхоз рәйесе йә инженер булып ҡайтырһың",— тип ҡайтып киткәйне. "Ынйыный" тигәне "инженер", баҡтиһәң... ...Поезға ултырыр алдынан миңә 50 һум аҡса ла ҡалдырҙы. Киләсәктә шул аҡсаға атайым Хажға сәфәр ҙә ҡыласаҡ әле. Уныһы инде башҡа тарих. Ҡыҙыҡһыныусылар булһа, яҙырмын... "Мең дә бер күҙәтеүем"яҙмаларынан 1101-се күҙәтеү Әхмәр Үтәбай