Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым... Бер күҙ һалыуҙан киләсәгебеҙ бергә буласағын аңланым... Ы...
Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым... Бер күҙ һалыуҙан киләсәгебеҙ бергә буласағын аңланым... Ысынлап та оҙаҡҡа һуҙманыҡ, ҡыҙыуында һуҡтыҡ - танышыуыбыҙға теүәл бер аҙна тигәндә яҙмыштарҙы бәйләп тә ҡуйҙыҡ. Документтар тултырыу, яҙылышыу һ.б. процедуралар шаһиттар ҡатнашлығында үтте. Иң беренсе улым менән таныштырҙым. Тәүге мәлдә ныҡ ҡаршы булһалар ҙа, яйлап ҡыҙҙарым да ҡабул итте... ... Бөгөн беҙҙең танышыуыбыҙға теүәл дүрт йыл. Дүрт йыл эсендә ҡайҙа ғына булманыҡ, ҡайҙа ғына барманыҡ. Быға тиклем теләгем ҙур булып та барып етә алмаған туғандарыма йөрөнөк, дуҫтарыма, әхирәттәремә барҙыҡ. Бергә еләк, бәшмәк йыйҙыҡ, һыу индек, урман-тауҙар ҡыҙырҙыҡ, ер-һыу күрҙек. Бер ваҡыт та көйһөҙләнмәне, ризаһыҙлыҡ белдереп, холҡон күрһәтмәне. Ныҡ ышаныслы, тоғро, ыңғай булып сыҡты. Әйберҙәр күтәреп, ауыр сумкалар һөйрәп йөрөүемде оноттом. Күтәреп үк йөрөтмәһә лә үҙемде бик бәхетле тойҙом. Ошо бәхетле мәлдәрем өсөн ҙур рәхмәтемде бөгөн уға еткерәм. Мин һине яратам, Рено Сандерам!!!🚗 Дүртенсе тапҡыр автомобилистәр көнөн байрам итәм 💃 Тимер атты ауыҙлыҡлаған, уның йөрәген, тын алышын тойған, юл йөрөүҙең һәр километрынан ҡәнәғәтлек кисергән (кайф тигән тойғо!), һәр алған бейеклеккә, боролошҡа бала кеүек ҡыуанған автомобилсе коллегаларымды байрам менән ҡотлайым! Юлдарыбыҙ тигеҙ, автосәйәхәттәребеҙ имен-һау һәм мауыҡтырғыс булһын! 🖊️Гөлсөм Мөбәрәковна