Баймаҡтар һуңғы ветераны менән хушлаша.
Баймаҡтар һуңғы ветераны менән хушлаша. Бөгөн Баймаҡ районы халҡы Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы ветераны—яҡташтары Валентина Георгиевна Потапова менән бәхилләшә. Валентина Георгиевна аэродром хеҙмәтләндереү батальонында хеҙмәт итә, боеприпастар келәтен һаҡлай, телефонистка була. Һуғыштан һуң, дәүләт банкының бүлексәһендә эшләй. Хаҡлы ялға Түбә руднигынан китә. Ире менән 4 бала үҫтерә. Уға 103 йәш ине. Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлаштырыуға өлөш индергән инәйҙең йәне йәннәттә булһын!