ҠАТЫН-ҠЫҘ – МАТУРЛЫҠ СЫҒАНАҒЫ
ҠАТЫН-ҠЫҘ – МАТУРЛЫҠ СЫҒАНАҒЫ Гүзәл заттан иң тәүҙә сафлыҡ, хуш еҫ бөркөлөү мөһим. Составында спирт ҡушылмаһы булған хушбуйға түгел, ә эфир майҙарына өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ, сөнки нәҡ эфир майҙары ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи еҫен асыуға булышлыҡ итә, уны һаҡлау сараһы ролен дә үтәй. Гүзәл заттарға иң тап килгән хушбуй, хуш еҫ – ул рауза менән йәсмин. Матурлыҡ эликсиры булып шулай уҡ: бал, йөҙөм, зәғферән (шафран), финик, инжир, рауза гөлөнөң япраҡтарын ҡушып ҡайнатылған сәй һанала. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға төрлө сәскә-үлән, емеш-еләк сәйҙәрен эсеү файҙалы. Тәмләткестәрҙән кардамон менән дәрсенгә (корица) өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә. Шулай уҡ һөт эсеү ҙә файҙалы, ул гүзәлдәребеҙҙә ҡатын-ҡыҙ энергияһын булдырыуға булышлыҡ итә икән. Тик һөттө зәғферән(шафран) тәмләткесе ҡушып эсергә кәрәк. Ә ҡәүһә эсеү хупланмай, сөнки уны гүзәл зат эсемлеге түгел, ә ирҙәр эсемлеге, тип һанай белгестәр. Ҡәүһә ҡатын-ҡыҙҙарҙы физик яҡтан ғына түгел, ә энергия яғынан да һулытыуға, һығылмалылыҡты бөтөрөүгә килтерә, тиҙәр. Моделдәр: Амалия һәм Азалия Заһировалар