ШӨКӨР ИТЕҮ
ШӨКӨР ИТЕҮ Аллаһтың ниғмәттәренә шөкөр итеүҙәребеҙ Раббыбыҙға кәрәкмәй, бәлки, беҙгә кәрәк, сөнки шөкөр итеү менән күп донъя һәм әхирәт ниғмәттәренә ирешәбеҙ. Шуның өсөн дә шөкөр итеүҙең оло фазиләттәрен ҡарап китәйек: Шөкөр итеүсегә файҙа, сауап һәм яҡшылыҡ буласаҡ. Ҡәғб әл-Әхбәр әйтте: «Аллаһ был донъяла бәндәгә ниғмәттәр бирһә һәм уныһы ниғмәттәргә шөкөр итһә үә Аллаһҡа түбәнселек күрһәтһә, уға Аллаһ Тәғәлә файҙаһын донъяла уҡ бирер, әхирәттә иһә дәрәжәһен арттырыр. Ә кемгә был донъяла Аллаһ ниғмәттәр бирһә һәм уныһы ниғмәттәргә шөкөр итмәһә үә Аллаһҡа түбәнселек күрһәтмәһә, уға Аллаһ Тәғәлә файҙаһын бирмәҫ, ә әхирәттә уға уттың баҫҡыстарын асыр, теләһә уны ғазаплар, йәки ғәфү итер». Шөкөр итеү ғазаптан кәртә булып тора. Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әгәр шөкөр итһәгеҙ һәм иман килтерһәгеҙ, Аллаһ һеҙҙе ғазаплау менән нимә эшләр? Йәғни ни өсөн һеҙҙе ғазаплаһын? Аллаһҡа шөкөр итеүселәргә әжер-сауап биреүсе һәм бөтә нәмәләрҙе белеүсе!» («Ән-Нисә» сүрәһе, 147-се аят). Йәғни, Раббығыҙ һеҙҙе ғазаплап үс алмай, файҙа алмай, бәлки, гонаһ ҡылыусы үҙенә генә зарар итә, шулай уҡ буйһоноусының ғәмәле лә үҙе өсөн. Аллаһ Тәғәлә Үҙенә итәғәт итеүсене ғазапламай, ә шөкөр иткәне өсөн бәндәгә әжер-сауаптарын бирә. Шөкөр итеү ниғмәттәрҙең артыуына сәбәпсе булып тора. Мөьмин кеше күберәк шөкөр иткән һайын, ниғмәттәр арта. «Бына Раббығыҙ һеҙгә: «Әгәр шөкөр итһәгеҙ, Мин һеҙгә ниғмәттәремде арттырырмын, әгәр ниғмәттәремде танымайынса көфөрлөк ҡылһағыҙ, ул ваҡытта, әлбиттә, Минең ғазабым ҡаты», – тине» («Ибраһим» сүрәһе, 7-се аят). Фәнирә Ғайсина.