... Ә бер тапҡыр Сәлимә нимәгәлер абынды ла, һәр саҡтағыса янында йөрөгән егеттең устар... — 18 июня 2026 г. в 18:01:14.954
... Ә бер тапҡыр Сәлимә нимәгәлер абынды ла, һәр саҡтағыса янында йөрөгән егеттең устарын ҡыҫып тотоп алды. Ныҡ ҡыҫҡандыр - Динислам сытырайып китте хатта. - Бәй, усыңа ни булған ул, нишләттең ҡулыңды? Динисламдың ялланып, ҡыҙарып торған эҫе устарына алмаш - тилмәш тын өрҙө. Башын ҡалҡытып Динисламға ҡараны. Ә Динислам тора ауыҙ йырып, ҡыуанып. - Рәхә-әт, әй. Рәхә-әт, - ти үҙе. - Нимә булды, әйт һуң. Рәхәт, тип, көлөп тик торасы. Алйот кеше һымаҡ. - ҡайыш, Сәлимә, ҡайыш... Сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-05-29/i-emd-hik-y-4698665

