Ауылда йәшәп ятыусы һәм тиҙҙән иллене тултырыусы бер ҡарт егет булам. Шулай килеп сыҡты... — 8 сентября 2026 г. в 06:18:11.154
Ауылда йәшәп ятыусы һәм тиҙҙән иллене тултырыусы бер ҡарт егет булам. Шулай килеп сыҡты инде, бер ҙә өйләнмәнем. Йәш саҡта: "Өлгөрөрмен әле! Үҙем өсөн рәхәтләнеп йәшәп ҡалайым", – тинем. Шулай ҙа, бер тапҡыр ғаилә ҡорорға талпынып ҡараным мин. Бер ауылдаш ҡыҙ менән оҡшатышып йөрөгәйнек. Кулын һорап барһаҡ, ризалаша ине ул ҡыҙ. Әммә минең атайым менән әсәйем уларға ҡаршы булды. "Нәҫелдәре менән еңел-елпе. Һине хөрмәт итеп йәшәй торған ҡатын булмаясаҡ ул!" – тип, мине үҙҙәренә ауҙарҙы. Өйләнеү түгел, уның менән йөрөргә лә яраманы. Минән һуң оҙаҡламаны, күрше ауылға кейәүгә сығып, киттеп тә барҙы. Ә мин ҡалдым. Унан һуң да бер нисә ҡыҙ менән осрашҡылап ҡараным әле. Әммә улар былай ғына, киләсәкте бергә бәйләрлек түгел инеләр. Ул арала йәштәштәремдең өйләнәһе өйләнеп, ситкә китәһе – китеп, урынлашып бөттө. Ауылда минең ишеләр генә ҡалды. Бер ҡалһаң, шулай ҡалаһың икән ул. 35-40-та ла әллә ни һуң кеүек түгел әле, әммә йәш барған һайын ғаилә ҡороу ҡатмарлана. Ә хәҙер мин бөтөнләй өмөтләнмәйем. Тиңдәштәремдең балалары үҫеп етеп, ейәндәр алып ҡайта башланы.Районда яңғыҙ ҡатындар ҙа бар ул. Әммә бер ҙә кейәүгә сыҡмай ҡалғаны бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күбеһе айырылып ҡайтҡан. Таныштарым араһында ла бар ундайҙар. Тәҡдим яһап ҡарағаным да булды, бала менән алырға ла ҡаршы түгел инем. Ләкин улар ҡабаттан ғаилә ҡороп, ир менән йәшәргә үҙҙәре теләмәй бит! Сөнки айырылып ҡайтҡас, тыныс ҡына йәшәүҙең тәмен татып өлгөргән улар. “Миңә былай ҙа ҡыйын түгел. Бала менән үҙемде генә нисек тә булһа ашатам!"– тиҙәр. Йәй көнө классташтар менән осрашыу ойошторғайныҡ. Арабыҙҙа ике ҡыҙыбыҙ, минең кеүек, бер ҙә генә лә ғаилә ҡороп ҡарамаған икән - https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2025-04-09/r-h-t-e-l-p-u-a-aldym-4191266

