📍Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: ә бит уның бәләкәйҙән яратып ҡараған әкиәте “Морозко” ине! Урм... — 18 июня 2026 г. в 16:23:24.243
📍Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: ә бит уның бәләкәйҙән яратып ҡараған әкиәте “Морозко” ине! Урман уртаһында һылыу ҡыҙ. Керпектәренә тиклем бәҫ ҡатһа ла, үҙен туңдырған Ҡыш бабайға : - Йылы миңә, Ҡыш бабаҡай, йылы,- тип яуаплап , туңып йығыла…Хәҙер уға ла сират еткән “әкиәтте ысын итергә”, ҡалай ҡыҙғаныс... ... .... .... - Был Йософто күптән шулайтып сығарып ебәрмәй!!! Махом табып алып ҡайтты ана, ҡыҫмаҡлағас! - Бесәйгә көлкө-сысҡанға үлем! Һеҙгә шул хахылдарға ғына инде ни булһа ла! Бала бында туңып үлә яҙған, и-и-и… - Эй, Ҡарһылыу! Исемең бармы һинең? Әллә Ҡарһылыу тип кенә йөрөтәйек тә ҡуяйыҡмы? Ҡатҡан итектәрҙе сисеп бәреп, йылы юрғандарға төрөп, спирт менән тәнен ышҡып һылыуҡайҙы кеше рәтенә керетеп алдылар инде,шөкөр, шуға тауыштары көрәйгән, шаярырға телдәре асылды. Тегеһе бер заман эргәһенән бер мәлгә лә китмәй, балаһын ҡурсыған ҡарсығалай маташҡан Йософтоң күкрәгенә башын һалып илап ебәрҙе. - О-О-о Ҡарһылыуыбыҙ эрей башланы!.. - Ул иреп күләүек булмаҫ элек , әйҙәгеҙ, табынға ултырыша һалайыҡ! - Яңы йыл етте лә баһаң! - Теләктәр бойомға ашһын! - Ысын Ҡарһылыу беҙҙә булғас, мотлаҡ теләктәр ҡабул буласаҡ индеү! - Зөләйха минең исемем,- ҡыҙҙың теле асылырлыҡ булған икән. - Булмаҫ! - Вәт әкиәт ,ә! Ә был –Йософ! Зөләйха үҙенең ҡотҡарыусыһына күҙҙәрен тултырып саҡ күтәрелеп ҡараны. Ысынлап әкиәт! Әкиәт батыры бит был! Һалҡындарҙан һаҡлаусы, ел-бурандан ышыҡлаусы, ямандарҙан яҡлаусы!..Ҡыҙҙың йылмайып ебәреүенән йорт эсенә ҡот-нур керҙе. Өйҙәгеләрҙең йәше-ҡарты, һәммәһе лә күңел күҙе менән күрҙе быны. Байрам өсөн ысынлап та, шыршы түгел, Ҡарһылыу ғына етмәй торған , баҡтиһәң...↘️ https://kungak.ru/news/literature/2026-06-18/ar-ylyu-r-yl-sabitova-4724012 Рәйлә Сабитова.

