“Ҡатын-ҡыҙҙың йәшәйеше тураһында йыш бәйән итәһегеҙ. Әйтерһең дә, уларҙың ғаилә тормошо... — 18 июня 2026 г. в 12:21:04.132
“Ҡатын-ҡыҙҙың йәшәйеше тураһында йыш бәйән итәһегеҙ. Әйтерһең дә, уларҙың ғаилә тормошо килеп сыҡмаһа, барыһына ла беҙ генә ғәйепле, һәм әсәйҙәр үҙҙәре генә балаларын баға. Ә бына мин улымды яңғыҙым тәрбиәләйем. Кем быға ғәйепле? Уҡығас, үҙегеҙ ошо һорауға яуап табырһығыҙ”, – тип башлаған бер ир үҙ яҙмышы хаҡында. “Ҡатыным эшен юғалтҡас, ғаилә "карабы" сайҡала башланы. Балабыҙ хаҡында хәстәрлек күреү, өй мәшәҡәттәре менән шөғөлләнеү урынына көндәр буйы ҡайҙалыр сығып юғала башланы. Был ҡылығын яңы эш урыны эҙләү менән аңлатты, йәнәһе, әңгәмәләшеүҙәргә йөрөй. Шулай итеп, бер нисә ай үткәс, уны ҡала паркында ... тап иттем - https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2025-04-25/s-yem-mine-osho-b-pesk-almashtyr-anmy-4213403

