... Беренсе тапҡыр лаяҡыл иҫерек Заһир үҙенә ҡул күтәргәс, Гөлсәсәк таңға тиклем илап с... — 9 июля 2026 г. в 16:01:05.204
... Беренсе тапҡыр лаяҡыл иҫерек Заһир үҙенә ҡул күтәргәс, Гөлсәсәк таңға тиклем илап сыҡты. Ире ятты ла йоҡланы, иртәнсәк бер ни булмағандай, шаяртып һүҙ ҡушты. Гөлсәсәктең шешенгән күҙҙәрен күргәс, килеп ҡосаҡлап алды. Ниндәй сәбәптән илағанын белгәс, тубыҡланып кисереүен үтенде. Балалар баҡсаһына барырға йыйынған алты йәшлек улдары Йәмил әсәһенә килеп һыйынды ла: “Атай, һин әсәйгә һуҡтың, мин һине яратмайым!”– тине, үпкәләгән ҡарашын атаһына төбәп. Сайтта: https://vatandash.ru/articles/proza/2024-05-08/ara-at-ara-bula-s-li-ataullina-3758574

