Өлкән ҡыҙының, үҙе инде бер ырыуға өләсәй булған Зәлифәһенең, төҫөн айырмаһа ла, тауышы... — 9 июля 2026 г. в 10:20:09.636
Өлкән ҡыҙының, үҙе инде бер ырыуға өләсәй булған Зәлифәһенең, төҫөн айырмаһа ла, тауышын таный Заһир ҡарт. Ошоноһо, үҙенең әсәһе мәрхүмә кеүек саңҡыу һөйләшә. Әсәһе затын “торналар” тип тә шул сағыу тауыштары өсөн әйткәндәр бит. Ике торна һөйләшкәне, ун биренең талашыуынан яман, ти торғайны атаһы балдыҙҙарын мәрәкәләп. Үҙенең араһы “биреләр” ине...— Атай! Һурпысеп алайыҡ тиһәм... әллә нимәһен бөгөн сәпсим башыңды ла күтәрмәйһең дә һаң.Зәлифә итләс көслө беләктәрен атаһының елкә аҫтына тығып ебәреп, уны бала шикелле итеп ҡалҡытып ултыртты. Һулып кипкән аяҡтары иҙәнгә етмәгәс, табан аҫтына терәү һалып, шул ыңғайы арҡаһына ла кескәй яҫтыҡ ҡыҫтырып өлгөрҙө. Ян-яғына ҡоламаһын өсөн дә түшәк-мендәрен өйҙө.— Мына... атай, ҡармап ҡуйҙыҡ һине хәҙер, бер ҡайҙа ла ҡасалмаҫың, - тип көлә әле үҙе. Уның был һүҙенән ҡартҡа ла күңелле, тик ауыҙҙың йырылыр хәле юҡ, яҙылмай. Күҙҙәрен дә шәбе япҡан, яҡтылыҡты ла шәүләне генә сырамыта. Ауыҙ ҡыуышына ҡалаҡлап һалынған йылҡы һурпаһының тәмен белә әле ул. Э-эй, был ризыҡҡа еткәне бармы!? Тыуғандан шул тәмде белеп-татып, шуның көсөндә ғүмер итеп, һуңғы көндәрендә лә әлеге татҡа ымһынып ята. Хәленән килһә, ҡулына һөйәк тотоп шатырлатып кимерер, итен таснатып сәйнәп йотор ҙа, һалмаһын һөҙөп ашағас, тоҙлоғона әсе ҡорот иҙеп, күтәреп түңкәреп ҡуйыр ине. Шулайта торғайны ла... Ҡала икән, һурпа эсер заманы ла, сапсынып торған йылҡыны ҡороҡлап йығып салыр көндәр ҙә, табаҡ-табаҡ булып боһорап ултырған ит артында кемуҙарҙан һоғондорошоуҙар ҙа... Инсульттан һуң ҡыбырламаҫ-һөйләшмәҫ булып ятһа ла, зиһене теүәл ҡарттың. Тәүлектең өстән бер өлөшөн йоҡлап үткәрһә лә, шул ятыуында уйҙарының да осона сығырлыҡ түгел һымаҡ. Бөтмәҫ йоҡоһо ла әллә үтә йылыла, йомшаҡта бала һымаҡ тотоуҙарынан, әллә... майшәмдәй булып һүнеп барыуынандыр. Быныһын да аңлай ул, риза ла. Мәле етһә кеше шулай күнә лә, хатта көтә лә икән үлемде. Ул да ҡәҙерле ҡунаҡ булып китә. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-07-03/y-ym-y-ym-y-keshe-hik-y-4740409

