"Иҫән ҡалһам, намаҙ уҡыр инем..." — 18 июля 2026 г. в 15:24:08.169
"Иҫән ҡалһам, намаҙ уҡыр инем..." Бер заман төнгө сәғәт өстә "Эсеп үлгән, эсеп үлгән" тигән бик шат һәм тантаналы итеп ҡысҡырышҡан тауыштарға уяндым да кемдең эсеп үлгәнен аңламай ыҙаландым. Ә тауыштар артҡандан-арта барҙы, уларға башҡалар ҙа ҡушылды: "Эх, иренә әйтмәне, ҡыҙын детдомға бирмәһә ярай ине!", "Улына ла хәбәр итмәне (улым Мәскәүгә эшкә киткәйне)", "Эй, бахырың, әллә күпме компот эшләне, үҙе эсә лә алманы..." https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-07-18/i-n-al-am-nama-u-yr-inem-4753824

