... . Инәм дә өй мөйөшөндәге иконаға табынған старовер урыҫ һымаҡ оҙаҡ итеп тальянға те... — 24 июля 2026 г. в 18:00:08.605
... . Инәм дә өй мөйөшөндәге иконаға табынған старовер урыҫ һымаҡ оҙаҡ итеп тальянға текәләм дә торам. Ай самаһы шулай ҡабатланды, шулай дауам итте. Башта бер генә уй: “Берәй аҡсалыһы килеп алып ҡына ҡуймаһын, ул саҡта мин фәҡиргә һоҡланырға тағы нимә ҡала?” Шулай тип эстән көйөп янам да форсат сығыу менән балаҡ остары бөрмәле, бил тапҡырындағы резинкаһы бушаған ҡара сатин ыштанымды йоҙроғома бөрөп тотоп кибет яғына ҡарай юрғалайым. Сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-05-26/talyan-garmun-hik-y-4698592

