https://moradim.ru/articles/godpoleznihdel/2026-07-31/y-yyly-y-4768371 — 31 июля 2026 г. в 13:56:11.217
https://moradim.ru/articles/godpoleznihdel/2026-07-31/y-yyly-y-4768371 ✅Бәлә көтмәгәндә килде. Ул көндө Мәликә тиҫтерҙәре менән урамда сынаяҡ ярсыҡтары менән “өй ҡороп” уйнай ине. Өҫкө урамдан саң борҡотоп килгән өс һыбайлы уларҙың ҡапҡа төбөндә туҡтанылар ҙа, ҡыҙыу-ҡыҙыу ниҙер һөйләшеп, Мәликәләрҙең ишек алдына йүнәлделәр. Күп тә үтмәне, ишек алдында тауыш ҡупты. Әсәһенең йән өҙгөс: “Ебәрегеҙ мине! “, - тигән тауышын ишетеп, Мәликә ҡойма ярығына ҡапланды һәм ошо күренешкә тарыны: форма кейгән ике ир өҫтөнә йыртылып бөткән бишмәт, аяғына туҙып бөткән сабата кейгән ирҙең ҡулдарын артҡа бәйләп, ишек алдында тора, ә өсөнсө киң яурынлы, ялпаҡ битле ир әсәһенең ҡулдарын мыҫҡып тотоп, уны тупһанан һөйрәкләй.👉👉👉https://moradim.ru/articles/godpoleznihdel/2026-07-31/y-yyly-y-4768371

