Ҡатынын сит ирҙәрҙән көнләшеп кенә ҡалманы Хисмәт, үҙе лә ҡатыны өйҙә юҡ саҡта, балалар... — 31 июля 2026 г. в 08:15:03.752
Ҡатынын сит ирҙәрҙән көнләшеп кенә ҡалманы Хисмәт, үҙе лә ҡатыны өйҙә юҡ саҡта, балаларын атаһы менән әсәһенә илтеп ҡуя ла аҙғын бисәләр алып ҡайта, Гөлбикә тап-таҙа итеп йыйыштырып киткән өйҙө “фәхешхана”ға әйләндерә. Бер көн шулай район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһенән иртәрәк ҡайтып төштө Гөлбикә. Ишекте үҙ асҡысы менән асып керһә, ни күрә: Хисмәте ферма һауынсыһы Хөрмәбикә менән ҡосаҡлашып йоҡлап яталар. Өҫтәл тулы буш шешә, ашамлыҡ ҡалдыҡтары, себен ҡаплаған һауыт-һаба. Өндәшмәне Гөлбикә. Аяҡ осона ғына баҫып йөрөп, кәрәкле әйберҙәрен ике сумаҙанға тултырҙы ла гәзит битенә: “Хайуанлыҡтың аръяғына сығып киткән әҙәм аҡтығы икәнһең! Аҡбүләккә тағы ла килһәң, ағайҙарым атыңа бәйләп ҡайтарасаҡ!” — тип яҙып, ҡайныларының ишеген шаҡыны. — Барығыҙ, әтейегеҙ нишләп ята унда, — тине балаларына. — Һеҙгә лә, ҡәйнәм, улығыҙҙы күреү зыян итмәҫ. Юғиһә гел мине генә ғәйепләргә тораһығыҙ. Мин Аҡбүләккә ҡайттым. Һеҙҙе лә, балаҡайҙарым, бер аҙҙан килеп алырмын. Ул күҙ йәшенә быуылып, оло юлға сыҡты һәм тәүге осраған машина менән ауылына юлланды. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-01-06/m-sh-r-4530014

