– Ни генә эшләргә лә белмәйем, – тип уфтанды әбейем. – Был донъяларҙан китеп кенә барыр... — 31 июля 2026 г. в 04:43:21.779
– Ни генә эшләргә лә белмәйем, – тип уфтанды әбейем. – Был донъяларҙан китеп кенә барыр инем, балалар йәл. Бынау бәпесте кем үҫтерер? Һаман кәфенлек тә йыя алмайым. Әле минең менән шулай ҡыланһалар ҙа, үҙ аллы бер нәмә лә эшләй алмай бит улар. Донъялыҡтағы тырышыуҙарым тик шул балалар өсөн булды, ниндәй гонаһтарым өсөн Хоҙай язалайҙыр инде? Үлгәс, йәнем тыныслыҡ таба алырмы икән? Шулай һөйләшеп ултырғанда Вил ҡайтып инде. Тап-топ баҫып кухняга уҙғас: «Тағы елем еҫкәгән был бала», – тип бышылданы Сәлимә әбей. Елем генәме икән? Бәлки, көслөрәк наркотикка күскәндер? Әммә уны нығыраҡ хафаландырмаҫҡа була, өндәшеп торманым. Шул ваҡыт Вил йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе: – Билмәнде ашап бөткәнһең, убырлы ҡарсыҡ! Янғын сыҡҡан тип торорһоң. Тауышҡа бер ни белмәй йоҡлаған бала уянып, илап ебәрҙе. Сәлимә әбей һикереп торҙо ла, нимә эшләргә белмәй әле ишеккә, әле сабыйға ҡарап торғандан һуң ейәненә ашыҡты. Улар янына сыҡҡанда Вил, йоҙроҡтарын төйнәп, бөршәйеп торған Сәлимә әбейгә етеп килә ине. Минең ҡоро ғына тауышым уны айнытып ебәргәндәй булды, ҡулын төшөрҙө. Әммә: «Ниңә ҡамасаулап йөрөйһөң бында?» – тигәндәй, миңә аҡшайып ҡарап, өләсәһе менән телләшеүен белде. Ул арала мин бәләкәсте тымыҙа алмай хитландым: тәү күргән кешеһенә, әлбиттә, килмәй сабый. – Һаман тыныша алмайһығыҙмы? – тип ярһып, күршеһендә ләстит һатҡан Сәриә килеп инде. – Шул тиклем ялҡыттың! Ҡасан дөмөгәһең инде, ҡортҡа?! Баланы ниңә илатаһың? Ашаттыңмы? Мине күргәс, оялғандай итте. «Бына шулай йәшәйбеҙ инде», – тип ауыҙ эсенән мығырлап, аҡланды. Мин күргәндәремә хайран инем, нимә әйтергә лә белмәнем. Шундай мәлдә «улай ярамай» тип аҡыл һатып тороп булмай бит инде. 20 йәшлек егеттең бер тәрилкә билмән өсөн кеше туҡмарға әҙер булыуы иҫемде китерҙе. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-22/kiter-inem-balalarym-y-l-4696605

