Сәрби әбей, һалҡын тиргә батып, өшөп уянды. Имеш, ул ҡара урманда улының ҡайҙалыр алыҫт... — 8 сентября 2026 г. в 04:29:39.172
Сәрби әбей, һалҡын тиргә батып, өшөп уянды. Имеш, ул ҡара урманда улының ҡайҙалыр алыҫта ишетелгән тауышына ашыға, ә урман һаман ҡараңғылана һәм ҡуйылына бара. Тирә-яҡтан уға оҙон бармаҡлы йөнтәҫ ҡулдар һуҙыла, баш осонда ғына, ҡот осҡос тауыштар сығарып, дәү-дәү ҡоштар әйләнә, ағас төптәрендә, күҙҙәрҙе арбап, йыландар ыҫылдаша. Сәрби әбей улына ҡысҡыра, әммә үҙенең тауышын үҙе ишетә алмай, тик Тимерйәндең һаман да: «Әсәй! Әсәй!» - тип һөрәнләгәне генә ҡолағына салына. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-02/sikm-k-hik-y-4775770

