Ваҡ-ваҡ баҫып, күбәләктәй генә кәүҙәле бер йәш ҡатын беҙҙең эргәнән уҙып китте. Аҡ яулы... — 7 сентября 2026 г. в 18:35:42.961
Ваҡ-ваҡ баҫып, күбәләктәй генә кәүҙәле бер йәш ҡатын беҙҙең эргәнән уҙып китте. Аҡ яулығын артҡа тартып бәйләгән. Балитәкле алһыу күлдәгенең салғый осо резинка кәлүше ҡунысына тейә яҙып, тейә яҙып ҡала.– Һинән оялып ҡына өндәшмәй үтте ул, үҙе былай алсаҡ ҡатын, – тип төшөндөрҙө Әбүбәкер. – Мине үҙ күрә. Исеме уның Ғәшиә. Зәңгәр күлдәк уның үҙенеке түгел, әхирәте Шәмсинурҙыҡы. Учалыға барып ҡайтҡансы ғына алып торғандыр. Әле шунан ҡайтып килә. Атаһыҙ тыуған балаһы өсөн аҡсаға барғандыр бөгөн – көнө шул. "Атайһыҙ" тип ни, атаһы бар ҙа, теге нәмәкәй ата ҡаҙ булып сыҡты. Ауылдың арғы осонда ике өйҙә тағы ике балаһы бар. Алды ла айырҙы, алды ла айырҙы кәләште. “Мин – ҡан ҡойған фронтовик. Имею право!” – ти. Ҡан ҡойған, ә тәнендә яраның эҙе лә юҡ. Мөхитдин исемле шул берәҙәк хәҙер Белорет яғында йөрөй. Мәрйә бисәгә йортҡа кергән, ти. Оҙаҡ тотмаҫ мәрйәһе, тиҙ ҡыуып сығарыр ул аҙғынды. Әйтерһең, бер ул ғына һуғышҡан. “Имею право...” https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-09-07/b-b-ker-4804970

