Учалы коррекция мәктәп-интернаты капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты — 2 сентября 2026 г. в 09:30:04.012
Учалы коррекция мәктәп-интернаты капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты Төҙөкләндереү эштәре «Башҡортостандың мәғариф системаһын модернизациялау» төбәк программаһы һәм «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы башҡарылды. Бинаның ҡыйығы менән фасады яңыртылды, ишек-тәҙрәләре, инженер коммуникациялары алмаштырылған. Кабинет, коридорҙар, йәшәү бүлмәләре лә замансалаштырылды. Хәҙер коррекция мәктәп-интернаты хәүефһеҙ, уңайлы белем биреү мөхите. Төҙөкләндерелгән бинала 67 бала тәрбиәләнә.

