Радий Хәбиров Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының яңыртылған корпусы менән танышты — 1 сентября 2026 г. в 18:30:00.525
Радий Хәбиров Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының яңыртылған корпусы менән танышты Белем көнөндә республика башлығы Радий Хәбиров Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының яңыртылған корпусы менән танышты. Уҡыу йортонда студенттар 19 йүнәлеш буйынса уҡытыла. Электр һәм йылытыу энергетикаһы, машиналар төҙөү, химия технологиялары, тау эше кеүек өлкәләргә лайыҡлы кадрҙар әҙерләү өсөн шарттар ҙа ярашлы булырға тейеш.

