Махсус хәрби операция яугирҙары үҙ эшен асыр өсөн дәүләттән аҡсалата ярҙам юлларға хоҡуҡлы
Махсус хәрби операция яугирҙары үҙ эшен асыр өсөн дәүләттән аҡсалата ярҙам юлларға хоҡуҡлы Йыл башынан алып демобилизацияланған ир-егеттәр өсөн айырым социаль контракт барлыҡҡа килде. Уның буйынса ветерандар бизнес асыу, үҙмәшғүллекте үҫтереү йәки уҡыу өсөн 350 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Өфөнән Михаил Макуха тәбиғи күндән аксессуарҙар эшләү менән шөғөлләнә. Яңы йыһаздар һатып алырға социаль контракт программаһы ярҙам итә.