Өфөлә 9 йәшлек Ильян Үтәбаевҡа ярҙам итеү өсөн хәйриә концерты үтте
Өфөлә 9 йәшлек Ильян Үтәбаевҡа ярҙам итеү өсөн хәйриә концерты үтте Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 9 йәшлек Ильян Үтәбаевҡа ярҙам итеү маҡсатында хәйриә концерты үтте. Ул республиканың билдәле эстрада йырсылары һәм блогерҙары ҡатнашлығында ойошторолдо. Ошондай уҡ концерт программаһы бер ай элек малайҙың тыуған яғы Белорет ҡалаһында ла үткәйне. Мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында 300 меңгә яҡын аҡса тупланған. Ҡытай клиникаһында операция өсөн бөтәһе 4 миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Хәйриә концерты барышында тамашасылар малайға куард-код аша ла ярҙам итә алды. Шулай уҡ иғәнә индереү өсөн залға махсус ҡумта ебәрелде. Ильян Үтәбаевты аяҡҡа баҫтырыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. 9 йәшлек Ильян Үтәбаевҡа ҡатмарлы әмәлиәт өсөн ярҙам йыйыу дауам итә. Һәр кем үҙ мөмкинлегенә ҡарап 8-996-579-4763 телефон һандары аша Зөлфирә Рәфил ҡыҙы Үтәбаеваға аҡса ебәрә ала. Тик уны хәйер, саҙаҡа икәнлеген билдәләү мөһим.