Өфөлә «Патриот» паркында рухи-мәғариф комплексы төҙөлә
Өфөлә «Патриот» паркында рухи-мәғариф комплексы төҙөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында рухи-мәғариф комплексы менән танышты. Мәсет һәм православ сиркәүен үҙ эсенә алған төҙөлөш быйыл майҙа башланғайны. Эште «Жилстройинвест» компанияһы алып бара. Ҡоролмаларҙың бейеклеге ете метрға етәсәк, шул уҡ ваҡытта уларҙың икеһе лә берҙәм архитектура стилендә башҡарыласаҡ.