Ишембай үҙәк балалар китапханаһында йәш быуын өсөн мәҙәни-ағартыу үҙәге асылды
Ишембай үҙәк балалар китапханаһында йәш быуын өсөн мәҙәни-ағартыу үҙәге асылды «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә Ишембай үҙәк балалар китапханаһында йәш быуын өсөн мәҙәни-ағартыу үҙәге асылды. Федераль конкурста еңеү һөҙөмтәһендә дүрт миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Финанс ярҙам китаптар фондын арттырыу, интерактив ҡорамалдар, мебель һатып алыуға йүнәлтелгән.