Өфөлә махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының балалары өсөн байрам ойошторолдо
Өфөлә махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының балалары өсөн байрам ойошторолдо Йәнле конкурстар, аниматорҙар сығышы һәм бергәләп йәнһүрәт ҡарау. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан байрам ойошторолдо. Мәҙәни сарала Өфөнөң Ленин районында йәшәгән 17 беренсе класс уҡыусылары, уларҙың әсәләре һәм класс етәкселәре ҡатнашты.