«Үҙ ғаиләм» ирекмәндәре яугирҙар өсөн экипировка тегә һәм гуманитар ярҙам йыйа
«Үҙ ғаиләм» ирекмәндәре яугирҙар өсөн экипировка тегә һәм гуманитар ярҙам йыйа Окоп шәмдәре, станоктар һәм гуманитар ылау. Өфөлә «Үҙ ғаиләм» ирекмәндәр цехы ағзалары маскировка селтәрҙәре бәйләй, экипировка тегә һәм уны алғы һыҙыҡҡа алып барып ҡуя. Ирекмәндәр штабы тәүҙә социаль селтәрҙәрҙә урынлаша. 2023 йылдың апрелендә уға Дарья Загрекова нигеҙ һала. Ул тормош иптәшен фронтҡа оҙатҡас үҙе кеүек яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн чат асырға ҡарар итә. Башта кешеләрҙән йыйылған әйберҙәр ғибәҙәтханаларҙың береһендә туплана.