Шаран районында капиталь ремонттан һуң суд участкаһы асылды
Шаран районында капиталь ремонттан һуң суд участкаһы асылды Бина Башҡортостан етәкселеге ярҙамы менән тәртипкә килтерелә. Бүлмәләр һәм бөтә инженер селтәрҙәре тулыһынса яңыртылған. Улар кондиционер, видеокүҙәтеү һәм полицияны ашығыс саҡыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Архив документтарҙы ышаныслы һаҡлау өсөн заманса стеллаждар ҡуйылған. Хәҙер майҙан өс тапҡырға тиерлек артҡан-300 квадрат метрҙан ашыу.