«Патриот» паркында 132 бала ҡатнашлығында «Геройҙар биләмәһе» слеты ойошторолдо
«Патриот» паркында 132 бала ҡатнашлығында «Геройҙар биләмәһе» слеты ойошторолдо Геройҙар биләмәһе. Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында ошондай исем аҫтында республика хәрби-патриотик слеты үтте. Сарала Башҡортостандың төрлө ҡала- райондарынан 132 бала ҡатнашты, улар-һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр һәм махсус хәрби операция яугирҙарының балалары. Слетта ҡатнашыусылар өсөн төрлө конкурстар, уйындар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Балаларҙы хәрби оҫталыҡҡа махсус хәрби операция ветерандары төшөндөрҙө. Бөгөн балалар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашты.