Башҡортостанда йылытыу селтәрҙәре һынала
Башҡортостанда йылытыу селтәрҙәре һынала "БашРТС"тан хәбәр итеүҙәренсә, торбаларҙа температура әкренләп күтәрелә барасаҡ. Иң эҫе кимәлдә ике сәғәт була, һуңынан нормаға тиклем төшөрөлә. Торбанан һыу ағып сығыу осраҡтары булһа, идарасы компанияға хәбәр итергә кәрәк. Системаның ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеген һынау иртәгә башлана һәм бер аҙна дауам итә.