Бер һөйләшеү үҙе бер ғүмер
Бер һөйләшеү үҙе бер ғүмер Таһир ауыл клубы мөдире Айһылыу Әлибаева, ағинәйҙәр етәксеһе Айһылыу Хәбибуллина етәкселегендә үткән матур кисәлә ауыл халҡы, ағинәйҙәр, МХО яугирҙәренең әсәйҙәре, туғандарынан тыш, Билал ауыл китапханасыһы, Билал, Һәмән ағинәйҙәре ҡатнашты, уларҙың берҙәмлеге һәм йылы аралашыуы кисәнең йәнле һәм мәғәнәле үтеүенә булышлыҡ итте. Кисәнең тәүге өлөшөндә “Яулыҡ байрамы” күргәҙмәһе ойошторолдо. Күҙҙең яуын алып торған төрлө төҫтәге һәм биҙәлештәге яулыҡтар тураһында һәр кем хәтирәләре менән уртаҡлашты. Яулыҡ — ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы һәм ихтирамы символы булараҡ, был күргәҙмә халыҡтың боронғо йолаларын һәм рухи мираҫын һаҡлау маҡсатында үткәрелде. Икенсе өлөш махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә бағышланды. Сара барышында аяттар уҡылды, шул темаға шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. Был өлөштә ҡатнашыусылар үҙҙәренең рәхмәт һәм хөрмәт хисен белдерҙе, илебеҙҙең тыныслығы һәм именлеге өсөн көрәшкән яугирҙәргә ҙур ихтирам күрһәтелде. “Яулыҡ байрамы” һәм яугирҙәргә бағышланған кисә ауылдаштарҙың күңелендә сағыу хәтирәләр ҡалдырҙы. Таһир ауылында матур саралар киләсәктә лә дауам итер, ауыл тормошон йәнләндереүгә һәм халыҡтың рухи көсөн нығытыуға ярҙам итер тигән өмөттә ҡалабыҙ. Саҡырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да дуҫлыҡ ебе өҙөлмәһен! Райхана Булатова.
Канал в каталоге Максиметера
560 подписчиков · Новости