6 март көнө гимназия-интернат сәхнәһендә ир-егеттәребеҙ һәм гүзәл заттарыбыҙға арналған... — 7 марта 2026 г. в 09:21:48.499
6 март көнө гимназия-интернат сәхнәһендә ир-егеттәребеҙ һәм гүзәл заттарыбыҙға арналған байрам концерты үтте. Сараны директорыбыҙ Илнур Рифат улы, профком рәйесе Әминә Әнүәр ҡыҙы асып ебәрҙе. Хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Алһыу Ғибәт ҡыҙы Шәрәфетдинова, коллективты байрам менән ҡотлап, уҡыусылар, уҡытыусы-тәрбиәселәр, ата-әсәләр тарафынан ебәрелеп торған материаль ярҙам өсөн ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Алһыу Ғибәт ҡыҙы Луганск халыҡ республикаһының хәрби бүлексәһенән ебәрелгән «МХО-ға ярҙам өсөн” миҙалын Илнур Рифат улына һәм «Рәсәй волонтерына” миҙалын Фәимә Ғибәт ҡыҙына тапшырҙы, Гимназия водителе Әпсәләмов Владислав Наил улын иҫтәлекле бүләк менән тәбрикләне. Байрам сараһы музыкаль ҡотлауҙарға бай булды: өҙә баҫып бейенеләр, моңло итеп йырланылар, үҙәктәргә үтерлек шиғырҙар яңғыраны. Байрам кисәһенә саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ Урал Ибәтуллин, сығарылыш уҡыусыһы, драма театры артисы Артур Кәбиров, “Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле сараның биҙәге булып торһа, тәрбиәселәрҙән торған «Ынйылар» ансамбле кисәне тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Хөрмәтле гүзәл заттарыбыҙ, ҡыйыу ир-егеттәребеҙ! Һеҙҙе күркәм байрамдарығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күңел көрлөгө, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Яратып-яратылып, мөхәббәткә төрөнөп йәшәгеҙ. Күгебеҙ аяҙ булһын, донъябыҙға тыныслыҡ килһен!

