Яҙ һәм наҙ байрамы менән!💐 — 8 марта 2026 г. в 05:23:56.544
Яҙ һәм наҙ байрамы менән!💐 Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе матур байрам – 8 Март - Халыҡ - ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ихлас тәбрикләйбеҙ! 8 Март – XX быуат башында донъя кимәлендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, статусын күтәреү маҡсатында барлыҡҡа килгән байрам. Әммә был байрам рәсми рәүештә иғлан ителгәнгә тиклем үк башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һылыулығы, даны, ил-йортто хәстәрләүе киң билдәле булған. Башҡорт йәмғиәтендә гүзәл зат борон-борондан ҙур хөрмәткә, оло мәртәбәгә эйә. Киҫәнбикә, Бәндәбикә, Салауатты яуға оҙатҡан Әминә... Был исемлекте дәүләтселегебеҙҙең нигеҙендә торған Рабиға Ҡушаева, Һәҙиә Дәүләтшина, артабан Банат Батырова, Зәйнәб Биишева, Гөлли Мөбәрәкова кеүек һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәре менән дауам итә алабыҙ. Гүзәл зат вәкилдәре Башҡортостан тормошонда һәр ваҡыт ҙур роль уйнаған һәм улар башҡарған эштәрҙең баһаһы ла, әһәмиәте лә күтәрелә генә барған. Яҙ байрамы менән һеҙҙе, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар – әсәйҙәр, апайҙар, инәйҙәр, өләсәйҙәр, һеңлеләр! Һеҙ – ир-атҡа һәр заман терәк, таяныс. Сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Халҡыбыҙҙың ҡотон һаҡлаусылар, йортобоҙ – республиканың усағын һаҡлаусылар булып ҡалығыҙ! Байрам менән!💐🌼🌺🌟

