– Хәлең түҙерлек, үҙ аяғыңда йөрөйһөң, ана, һинең менән бергә дауаханаға эләккән ҡыҙға ...
– Хәлең түҙерлек, үҙ аяғыңда йөрөйһөң, ана, һинең менән бергә дауаханаға эләккән ҡыҙға уғата ҡыйын, һул аяғы һынған, күҙен дә аса алмай палатала ята. «Үҙемде генә уйлап, уны бөтөнләй онотҡанмын. – Сыңғыҙ үкенде. – Ныҡ имгәндеме икән ни?..» – Ул ҡыҙҙың исемен әйтмәҫһегеҙме, апай? Һорау аптырашта ҡалдырҙы шәфҡәт туташын. – Бәй-бәй, һеҙ таныш түгелме ни? Бергә килтергәстәре бер-берегеҙҙе беләһегеҙҙер, тип уйлағайным. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы ҡалай сибәр, тигән уй ҙа килде башыма хатта. Шәфҡәт туташы һөйләнә-һөйләнә журнал аҡтарҙы. – Белһәм, һорамаҫ инем, – тине Сыңғыҙ ғәйепле төҫтә. «Бигерәк телдәр, нисек теле талмай, шул арала әллә ниҙәр һөйләп бөттө. Әйтһә әйтһен ине лә, тиҙерәк янынан китер инем». – Исеме – Ләйсән, фамилияһы – Шәкүрова. – Рәхмәт, апай. Сыңғыҙ палатаға инмәне (танауҙы ярып барған дарыу еҫе аңҡыған бүлмәләге карауатта аунарға өлгөрөр әле, тиҙ генә сығарырға оҡшамағандар), тәҙрә эргәһенә барып баҫты. Кеҫә телефонынан кәрәкле һандарҙы йыйғас, тышҡа күҙ һалды. Күктә туҙышҡан ялбыр болоттар таралышмағайны, ҡар ҡатыш ямғыр һаман яуа. «Өйгә хәбәр итергә кәрәк, был ваҡытта ла ҡайтмағас юғалтҡандарҙыр, атаһы менән әсәһе борсолоп көтәлер». https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-09-11/k-el-oshom-4808460