– Апай, әллә һин дә намаҙға баҫып ҡарайһыңмы?
– Апай, әллә һин дә намаҙға баҫып ҡарайһыңмы? Бер аҙға урынлашҡан тынлыҡтан һуң сымдың теге осондағы Ғәйшә әбей телгә килде: – Һин мине сәпсим юҡҡа сыҡҡан кешегә һанайһың инде?.. – Юҡсы, апай... Улай тип уйлаһа, шундай хәбәр һөйләйме кеше? – Әсәй мәрхүмә: «Һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала?» – ти торғайны. Шуның шикелле, бер оянан ике абыстай буламы? – Эй, апай, ҡыҙыҡһың да инде! Ғибәҙәт ҡылған һәр кем мулла йәки абыстай булалыр шул. Бында бөтә ғаиләләре менән намаҙ уҡығандар бар. – Уҡый инде... Мәсет өҫтө булғас ней... – Намаҙға тороу өсөн мәсет кәрәкмәй, һин бына әсәйҙе иҫкә алаһың. Ә бит уның: «Әҙәм көлдөрөп йөрөйһө булмағыҙ», – тигән һүҙе лә бар ине. Ғәйшә әбейҙең тауышы һиҙелер-һиҙелмәҫ үсегеү ғәләмәте менән ҡуша яңғыраны: – Әллә!.. Бығаса берәүҙең дә көлгәнен ишеткәнем юҡ... – Һы! – тине Гөләйшә. – Кешенең алдан түгел, арттан көлә торған ғәҙәте барлығын белмәйһеңдер шул! Тормошоң шулай дауам итһә, теймә-бер әҙәм йөҙөңдән алыр көнгә лә күп ҡалмаҫ. – И-и, һеңлекәйем! – тип әсенде Ғәйшә әбей. – Һин Аллаға рәхмәт уҡыр өсөн намаҙға баҫҡанһың. Алғыш әйтерлегең бар – тормоштан уңдың, бәхетлеһең. Ә минең яҙмышым рәхмәт уҡырлыҡмы ни? https://ejansura.ru/articles/common_material/2021-11-10/tamalanma-an-hat-hik-y-2576593