Ышанаһығыҙмы-юҡмы, килеүенең икенсе көнөндә һөйгәнем мине ташланы!
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, килеүенең икенсе көнөндә һөйгәнем мине ташланы! – Ғәфү ит, апайың нығыраҡ оҡшаны, – булды һүҙе. Шул саҡтағы ғәрләнеп илауҙарым. Юҡ, әлбиттә, Ғәлиәгә лә ул һис тә кәрәк түгел ине. Мине ташлау менән уға ҡарата булған иғтибары юғалды. Минең әсенеп-әсенеп илауыма иһә: “Хәҙер ташлауы яҡшыраҡ, барыбер ышаныслы кеше түгел ине бит”, – тигән булды. Апайыма ныҡ үпкәләнем ул саҡта. Ике йыл самаһы бөтөнләй арашалманым уның менән. Әсәйемдең өгөтләүе буйынса ғына кире дуҫлашып киткәйнек. Икебеҙ ҙә 25-те үткәнбеҙ, тынысландыҡ, әҙерәк аҡыл да ултырғандыр. Апайым башҡаса улай ҡыланмай ине, мин дә тәүге бәхетһеҙ мөхәббәттән һуң, етди мөнәсәбәттәр тураһында уйламай башланым. Ә Ғәлиәнең ул саҡта йөрөгән егете булды, эштәре өйләнешеүгә табан барғаны аңлашылды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-20/apayym-h-er-sib-r-t-gel-4757209