...Был мәлдә яңғыҙы таң аттырып ултырған ҡатын, үткән хәлдәрҙе кинолағы кеүек бер-бер а...
...Был мәлдә яңғыҙы таң аттырып ултырған ҡатын, үткән хәлдәрҙе кинолағы кеүек бер-бер артлы күҙ алдынан кисереп, тағы ла ҡалтыранып-тетрәнеп алды. “Нимә булды миңә?” – тип йөрәк тирәһен ыуғыланы. Башҡа ваҡытта тамсылап ҡына ҡабул итештерә торған дарыуҙы стакандағы һыуға шешәһенән ағыҙып ҡына эсеп ебәрҙе. Күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға теләгәндәй, сикәләрен ҡыҫты, башын сайҡаны. Тик уйҙар, ошо үткәндәрҙә ҡалған йәмһеҙ ҡылығы өсөн унан үс алырға теләгәндәй, һаман-һаман бисара башҡа тула торҙолар... Ә бит апайына теге ваҡыт уның һүҙҙәрен ишетеү бик ауыр булғандыр... Әле һаман булһа үҙ тормошон ҡора алмаған Айһылыу, бәлки, берҙән-бер туғаны булған һеңлеһенән ниндәйҙер йылы һүҙ ишетеү теләге менән килгәндер... Ә уларға, бала ғына саҡтан ата-әсә наҙынан мәхрүм булып, үкһеҙ етем үҫкән ҡыҙҙарға, йәнгә яҡын йылы һүҙ бик ныҡ кәрәк ине бит... Шундай кәрәк ине бит... Юҡ... Булмай былай... Ял көндө бөтәһен дә ҡунаҡҡа йыйып алырға кәрәк булыр. Бәләкәй генә табын ҡорорҙар. Айгөлдөң тыуған көнө лә бит... Апайы, уның берҙән-бер апайы, әлбиттә, үҙе лә онотмағандыр... Айгөл Айһылыу апайынан ғәфү ҙә үтенер... Эйе, эйе... Теге ваҡытта ҡаты бәрелгәне өсөн кисереүен һорар. Улар бит бер туған – ике бөртөк. Бер сәскәнең ике тажы. Бер-береңә улай ҡаты бәрелеү ярамай бит... https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-07-17/tuy-k-ld-ge-hik-y-4317398