Утты ла, һыуҙы ла кискән мөхәббәт (булған хәл)
Утты ла, һыуҙы ла кискән мөхәббәт (булған хәл) Шул төндә Шакир билдәһеҙ сәфәргә юлға сыға. Ул мәлдә ир менән ҡатын ошо айырылышыуҙары ҡырҡ йылға һуҙылырын күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Бикәнең еҙнәһе паспорт тураһында ишетергә лә теләмәй. Бер пленник артынан олаҡмаһаң һиңә нимә ҡалған, йөрөмә ҡаңғыртып, тип кире бора. Шакир һыуға батҡандай юҡ була. Әсә меҫкен ат еткән ергә ат менән, хат еткән ергә хат менән эҙләһә лә, улы табылмай. Тик ауыл араһында ара-тирә: «Әллә Шакирҙың хаты инде, бер ҙә танырлыҡ түгел. Бәлки, һулаҡай ҡул менән яҙылғандыр», – тигән хәбәр ишетелеп ҡуя. Тик ул хаттар әсә менән Бикәгә килеп етмәй зым-зыя юҡ булып тора. Хәҙер инде Бикә янған йөрәген йыр менән баҫа: Урал тауҙарына менгән саҡта Билгеләнем Зөһрә йондоҙон. Һинең менән бергә булған саҡта Белмәй ҡалдым, кисен-көндөҙөн. Йәнекәйем, мә, бирсәткә, Кеймә әле бейәләй. Ниңә генә тороп ҡалдым Арттарынан эйәрмәй?.. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-09-01/utty-la-yu-y-la-kisk-n-m-h-bb-t-4797783