Эльза Өфөгә килеп, атаһы менән әсәһен үҙҙәре ҡулайлашҡан ҡалаға күсенергә өгөтләп ҡараһ...
Эльза Өфөгә килеп, атаһы менән әсәһен үҙҙәре ҡулайлашҡан ҡалаға күсенергә өгөтләп ҡараһа ла, ҡарттар үҙҙәрен бәхетле тойған урындан билдәһеҙ бер төбәктәге бөтөнләй икенсе мөхиткә күсенергә йөрьәт итмәй. – Һин үҙең Ташкенттағы фатирыңды һатып, аҡсаһын елгә осорҙоң бит инде, беҙҙеке менән дә шундай хәл килеп сыҡһа, ҡартлыҡ көнөбөҙҙә нишләрбеҙ? – ти улар, һағайып. – Сит яҡ тупрағында ятып ҡалыуҙы хуп күрһәк, беҙ шул тиклем атлығып тыуған яҡҡа ҡайтыр инекме ни? Юҡ, хәҙер беҙ бынан төп йортобоҙ – зыяратҡа ғына күсенербеҙ инде. – Һеҙ ғүмер буйына бары тик бер-берегеҙҙе генә яратып, икәүегеҙ мәнфәғәтен генә алға ҡуйып йәшәнегеҙ, ә ҡыҙығыҙ менән ейәнсәрегеҙ яҙмышы яр буйында булһа ла, иҫегеҙ китмәй. Балаларын белемле итеп, йүнле юлға сығарыу хаҡына күп кенә ата-әсәләр үҙҙәре лә Мәскәүгә, ҡыҫаныраҡ фатирға булһа ла күсенеп, уларға тотҡа булып йәшәй. Ә һеҙ?.. – Ихластан үпкәләгән Эльза ҡыҙы эргәһенә китә. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-31/a-ysh-s-sk-e-4797642