Әсәһе йәш иренә ярарға тырышып йәшәгәнлектән, бала менән алғанға ҡыуанғандыр, сәсе менә...
Әсәһе йәш иренә ярарға тырышып йәшәгәнлектән, бала менән алғанға ҡыуанғандыр, сәсе менән ер һеперерҙәй булды, Раузаға ихтибар бермә бер кәмене. Бер-бер артлы тыуған һеңле-ҡустыларын ҡарау, өйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш, уның елкәһендә. Үгәй атаһынан һүҙ теймәһен өсөн уның күҙ алдынан йырағыраҡ булырға тырышты, ғаилә ағзалары бергәләп бәхетле аралашҡанда уға ҡырын ҡаранылар, тәүҙә үҙе лә бергә ҡушылырға теләһә, аҙаҡ ситһенде, артыҡ икәнлеген һиҙенеп үҫте. Артыҡ тамаҡ икәнлеген тойоу, кәмһенеү, бары балалар ҡараусы кәрәк булғанға ғына үгәй атаһы түҙгәнен, белеп-күреп үҫте.Тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан атаһын аулаҡта күреп үҙе менән алып китеүен һораны, әммә иҫерек атаһы был һүҙҙәргә әһәмиәт бирмәнеме, үҙе менән алып китергә вәғәҙә бирһә лә, өндәшмәй ҡасып сығып китте. Атаһы яғынан туған тейешле кешеләрҙең ҡапҡа төбөндә оҙаҡ тапанды атаһын көтөп, киткәнлеген сығып әйтһәләр ҙә ышанманы, атай алдашырға тейеш түгелдер, онотҡандыр, кире боролор. Ҡайтманы атаһы, тағы оҙаҡ йылдарға урман яғында йәшәргә ҡалды, тыуған ауылында атаһының һағынып көтөр ата-әсәһе лә юҡ ине, туғандарының үҙҙәренең ғаиләһе, осон-осҡа ялғап көн итеүҙәре. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-03-21/atay-atay-ynam-4622231